Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
25 Ноябрь 2025, 09:50

ВИЧ буйынса һорауҙарығыҙ булһа

Башҡортостанда 24 ноябрҙән 5 декабргә тиклем ВИЧ-инфекцияны иҫкәртеү буйынса бушлай «ҡыҙыу элемтә» эшләй. Республика халҡы эш көндәрендә 8-800-77-50-170 номерына шылтыратып, ВИЧ-ты иҫкәртеү буйынса тулы мәғлүмәт алырға мөмкин. Бынан тыш, берҙәм консультация үҙәгенең бушлай телефоны тәүлек әйләнәһенә эшләй: 8-800-555-49-43.

Республика халҡы эш көндәрендә 8-800-77-50-170 номерына шылтыратып, ВИЧ-ты иҫкәртеү буйынса тулы мәғлүмәт алырға мөмкин. Һорауҙарға Роспотребнадзор, шулай уҡ Гигиена һәм эпидемиология үҙәге хеҙмәткәрҙәре яуап бирә.

Мәҫәлән, ВИЧ йоҡтормау өсөн һөҙөмтәле һаҡланыу ысулдары; потенциаль инфекция сығанағы менән хәүефле контакт булғанда нимә эшләргә; ВИЧ-ҡа аноним рәүештә ҡайҙа һәм нисек бушлай тест үтергә; ВИЧ-ты дауалау өсөн һөҙөмтәле дарыуҙар, терапияның ни тиклем уңышлы барыуы һәм башҡа мәғлүмәттәрҙе белергә мөмкин.

Бынан тыш, берҙәм консультация үҙәгенең бушлай телефоны тәүлек әйләнәһенә эшләй: 8-800-555-49-43.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас