Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
25 Ноябрь 2025, 09:20

Өс йылға төбәктең үҫеш прогнозы иғлан ителде

Башҡортостандың тулайым төбәк продукты 2028 йылда иҡтисадтың бөтә өлөштәрен иҫәпкә алып 3,6 триллион һум кимәлендә көтөлә. Өс йыл эсендә үҫеш яҡынса 12% тәшкил итәсәк.

Бөгөн Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының пленар ултырышында республика хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов төбәктең 2026 йылға һәм 2027-2028 йылдарҙың план осорона социаль-иҡтисади үҫеш прогнозы менән таныштырҙы.

Сәнәғәт производствоһы прогноз осоронда 15,8%, ауыл хужалығы продукцияһын етештереү – 9,6%, төҙөлөш эштәре күләме 11,2% артыр тип күҙаллана. 2028 йылға торлаҡты сафҡа индереүҙе 3,65 миллион квадрат метрға тиклем, төп капиталға инвестициялар күләмен 13% ашыуыраҡҡа арттырыу планлаштырыла, 2028 йылға йыллыҡ күрһәткестәр 1,1 триллион һумдан кәм булмаҫҡа тейеш.

2028 йылға уртаса айлыҡ эш хаҡы 98,4 мең һумға етәсәк. Дөйөм эшһеҙлек кимәле 2028 йылда 1,5% тиклем кәмейәсәк. Башҡортостандың тулайым төбәк продукты күләме 2026 йылда 3,154 триллион һум тәшкил итеүе ихтимал, был иһә 2025 йылда көтөлгәндән 3,9% күберәк.

Киләһе йылда сәнәғәт производствоһы индексы – 105%, үҙ көсө менән башҡарылған эштәр һәм хеҙмәттәр күләме  3,182 триллион һум булыр тип көтөлә.

Ауыл хужалығы производствоһы күләме – 327,169 миллиард һум, үткән йылға ҡарата үҫеш – 3%.

Төҙөлөш эштәре күләме 549,459 миллиард һумға етеүе көтөлә (2,8% күберәк). Барлыҡ финанслау сығанаҡтары иҫәбенә торлаҡ йорттарҙы файҙаланыуға тапшырыу – 3,35 миллион квадрат метр ( 3,1% күберәк).

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас