+21 °С
Болотло


Башҡортостанға ҡыш һаман ашыҡмай. Башгидрометүҙәк синоптиктары фаразлауынса, алдағы көндәрҙә төндә һыуыта, әммә көндөҙ ямғыр яуа. Мәҫәлән, бөгөн, 25 ноябрҙә, көндөҙ урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Ҡайһы бер райондарҙа томан. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көньяҡтан, көнбайыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ +3, +8°.
Иртәгә, 26 ноябрҙә, урыны менән йәнә ямғыр һәм епшек ҡар яуасаҡ, юлдарҙың айырым участкаларында боҙлауыҡ буласаҡ. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Термометр бағанаһы төндә 0, -5°, аяҙытҡанда -10°, көндөҙ -2, +3°күрһәтәсәк.