+21 °С
Болотло
Мутлашыусыларҙан зыян күреүселәр араһында-Бишбүләк районында йәшәүсе 50 йәшлек ҡатын. Өс аҙнанан ашыу ул инвестиция компанияһының ялған хеҙмәткәрҙәре менән аралаша. Һөҙөмтәлә улар ҡатынды табыш алыу һылтауы менән 1 миллион һумға яҡын аҡсаны билдәһеҙ банк иҫәбенә күсерергә күндерә. Шуларҙың 400 мең һумға яҡыны-уның шәхси аҡсаһы,, 500 мең һумдан ашыуы — заем аҡсалары. Енәйәт эше ҡуҙғатылған. Октябрьский ҡалаһынан 48 йәшлек ир менән дә шундай уҡ хәл булған. Ул үҙ сиратында ялған инвесторҙарға 450 мең һумға яҡын йыйып барған аҡсаһын ебәргән.