

Башҡортостандың гидрометеорология идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, уҙған аҙнала республика биләмәһендә «температура тирбәлеүҙәре» күҙәтелде. Һауа температураһы төнгө сәғәттәрҙә -6,-12° - 0,+7°, көндөҙ +1,-3° - +2,+9°.
Епшек ҡар ямғырҙы алмаштыра, урыны менән боҙлауыҡ, боҙло ямғырҙар күҙәтелә.
Алдағы ял көндәрендә республиканың күпселек райондарында ҡар яуыуы, урыны менән боҙлауыҡ һәм боҙло ямғыр яуыуы көтөлә.
Көньяҡ райондарҙа һиҙелерлек яуым-төшөм көтөлмәй. Һауа температураһы төндә 0,-5° - тан +1,+6° - ҡа тиклем, көндөҙ +4,+9° - ҡа тиклем күтәрелә. Киләһе аҙна башында яуым-төшөм туҡтаясаҡ.
Һауа температураһы 24 ноябрҙә төндә -2,+3, көндөҙ 0,+5 градусҡаса түбәнәйә. Рәсәй Гидрометеорология үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, ноябрҙең өсөнсө декадаһында Башҡортостанда аномаль йылы һауа торошо һаҡланасаҡ, уртаса һауа температураһы норманан 6-8° юғарыраҡ.