Өфөлә «Графское» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен ойоштороусыға һәм уның элекке өс етәксеһенә ҡарата енәйәт эше буйынса хөкөм ҡарары иғлан ителде. Улар эштәрҙе башҡарғанда тирә-яҡ мөхитте һаҡлау ҡағиҙәләрен боҙоуҙа, шулай уҡ ҙур күләмдә ришүәт биреүҙә ғәйепле тип табылды, тип хәбәр итә республика прокуратураһы.
Эш материалдары буйынса, Мәскәү эшҡыуары ойошторған компания 2019 йылдың июленән 2020 йылдың октябренә тиклем Баймаҡ районының ауыл хужалығы ерҙәрендә законһыҙ алтын сығарыу менән шөғөлләнә. Эш башҡарыу ваҡытында 40 гектарҙан ашыу майҙанда тупраҡтың уңдырышлы ҡатламы зыян күрә. Алтын сығарыу буйынса эшмәкәрлек экосистемаға 67,5 миллиард һумдан ашыу зыян килтерә.
Бынан тыш, 2023 йылдың майында компанияны ойоштороусы ФСБ хеҙмәткәренә енәйәт эшен туҡтатыуҙа ярҙам итһен өсөн 200 мең һум күләмендә ришүәт тәҡдим итә. Федераль именлек хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы ведомствоһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ришүәт биреүсене аҡса тапшырған мәлдә подразделение хеҙмәткәрҙәре тотҡан.
Ришүәт биргән һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау ҡағиҙәләрен боҙған өсөн Өфөнөң Киров суды компанияны ойоштороусыны ҡаты режимлы колонияла 9 йылға иркенән мәхрүм итеүгә һәм 2 миллион һум штраф түләргә хөкөм итте. Ойошманың өс директоры 10 айҙан ике йылға тиклем мәжбүри эшкә хөкөм ителде, эш хаҡынан 10 проценты дәүләт килеменә тотоласаҡ. Шулай уҡ енәйәт эше фигуранттары бер йылдан ике йылға тиклем файҙалы ҡаҙылмаларҙы эшкәртеү һәм сығарыу менән шөғөлләнеү хоҡуғынан мәхрүм ителде. Хөкөм ҡарары законлы көсөнә инмәгән әле.
Республика биләмәһендә ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу өлкәһендә ошондай хоҡуҡ боҙоуҙарҙы асыҡлау Һәм уларға юл ҡуймау Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса 2021 йылда ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса ведомство-ара комиссия ойошторолдо. Был комиссия эшенең һөҙөмтәһе булып тора.
“Графское”, башҡа ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусылар кеүек үк, федераль лицензияға эйә була, был төбәк властары яғынан контроль мөмкинлектәрен сикләй. 2021 йылдың ноябрендә ведомство-ара комиссия Роснедра-ға «Графское» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең лицензияһын ғәмәлдән сығарыуҙы һәм компания эшмәкәрлеген прокурор тикшереүен үткәреүҙе һорап мөрәжәғәт итә. Һөҙөмтәлә Росприроднадзорҙың компанияға ҡарата күп миллионлы дәғүәһе барлыҡҡа килә. Апрелдә суд компанияға Башҡортостандың Баймаҡ районында тупраҡҡа килтерелгән зыянды компенсациялау сифатында 823,9 миллион һум түләргә ҡушты, ә Өфөнөң Киров районы суды был эштең һуңғы нөктәһен ҡуйҙы.