Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
21 Ноябрь 2025, 06:45

Юл һәм һыу буйҙарын таҙалауҙың сауаптары ҙур

Ҡолсора ауыл биләмәһенә ҡараған Муллаҡай, Ҡолсора, Үрге һәм Түбәнге Иҙрис ауылы халҡы "Таҙа Һаҡмар" акцияһына әүҙем ҡушылды.

Ҡолсора ауыл биләмәһенә ҡараған Муллаҡай, Ҡолсора, Үрге һәм Түбәнге Иҙрис ауылы халҡы "Таҙа Һаҡмар" акцияһына әүҙем ҡушылды. Һәр ауыл үҙенең биләмәһе янында Һаҡмар йылғаһын таҙартты. Түбәнге Иҙрис ауыл халҡы ла ямғыр тип тормай өмәгә әүҙем ҡушылды. Һаҡмар буйын таҙалап бөтөү менән бергәләшеп кәңәшләшеп, бер ынғайы ауылға төшөп, мәңгелек йортобыҙ - зыярат янын, элекке колхоздың фермаһы, гаражы, ырҙын табағын, ауыл араһындағы сүп-сарҙан таҙартты. Ә Динә һәм Ҡадир Йомағужиндар үҙҙәре яғындағы Ҡоҙоҡ башы шишмәһен, быуа тирәһен тәртипкә килтерҙе.
Өмәгә сыҡҡан ауыл халҡына ҙур рәхмәтемде белдерәм, юл һәм һыу буйҙарын таҙалауҙың сауаптары ҙур тиҙәр, бөгөнгө көн барығыҙға ла сауаптарын насип итһен АЛЛАҺ бирһә.

Г-зәл Мөхәмәтҡужина.

Юл һәм һыу буйҙарын таҙалауҙың сауаптары ҙур
Юл һәм һыу буйҙарын таҙалауҙың сауаптары ҙур
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас