+21 °С
Болотло
Татлыбай ауылы халҡы ла экологик өмәгә ихлас ҡушылды. Улар был юлы мәҙәни усаҡтың тирә-яғын тәртипкә килтерҙе. Баҡсалағы ағастарҙың ботаҡтары ҡырҡылды, сүп-сар йыйып алынды. Бәҙрәфкә яңы соҡор ҡаҙып, будкаһы урынлаштырылды. Мәҙәни рухты күтәрер урын, ысынында ла , күңел яҡтылығы өҫтәр урын булып, балҡып ҡалды, тип беҙгә хәбәр итте Татлыбай ауылы мәҙәни ойоштороусы Ләйсән Әхмәҙуллина.