+24 °С
Дождь


Сараны китапханасы Асия Үлйәбаева, мәктәп коллективы, уҡыусылар юғары кимәлдә ойошторған ине. Саҡырылған ҡунаҡтар:башҡорт батальондары ахуны Хәмзә хәҙрәт Хафизов, хәрби комиссар Хөрмәт Хәмитов, Баймаҡ башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Азамат Мөхәмәтшин, "Хәрби туғанлыҡ" ойошмаһы етәксеһе Рәмис Әмиров, "Ватанды һаҡлаусылар" ойошмаһының урындағы белгесе Альбина Шәһәҙәтова, район ветерандар рәйесе Көнһылыу Әхмәтова, Ишмөхәмәт ауыл биләмәһе башлығы Илнур Ишмөхәмәтов батырҙарҙың туғандарына сабырлыҡ һәм һаулыҡ теләне. Яугирҙәрҙең яҡындары ҡорбан салдырып, улдарына аят та уҡытты.
Яугирҙәребеҙ тыныс йоҡлаһын! Уларҙың батырлығы бер ҙә онотолмаҫ!