Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған көрәш буйынса “Милли лига. Батыр” Бөтә Рәсәй турниры үтте. Ул Мордовия Республикаһының Саранск ҡалаһында уҙҙы. Турнирҙа һигеҙ команда ҡатнашты.
Башҡортогстан Республикаһы намыҫын яҡлап, Баймаҡ батырҙары ла майҙан тотто. Юлыҡ ауылынан Барый Миңлебаев менән Солтан Миңлебаев, шулай уҡ Дыуан районынан Сыңғыҙ Байышев, Артем Александров Бер команда булып тупланды.
Турнир һөҙөмтәһе бик тә ҡыуаныслы. Башҡортостан командаһы милли көрәштең алтын фондын тулыландырҙы: лайыҡлы рәүештә беренсе урынды алды. Бының менән уларға миҙал, билбау һәм 100000 һум премия тапшырылды.
Башҡортостан йыйылма командаһы составында Баймаҡ батырҙарының да булыуы ҡыуаныслы. Уларға тағы ла бейегерәк үрҙәр теләйбеҙ!