Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
20 Ноябрь 2025, 09:05

Дауаханала - "Асыҡ ишектәр" көнө

22 һәм 29 ноябрҙә республиканың медицина учреждениеларында «Асыҡ ишектәр көнө» үткәрелә, был ваҡытта прививка яһатырға мөмкин. Үҙҙәре килә алмаған граждандарға өйҙә прививка яһатырға тәҡдим итәләр. Был хеҙмәт менән 60 йәштән өлкән, йөрәк, үпкә, шәкәр диабеты сирҙәренән һәм артыҡ ауырлыҡтан яфаланған пациенттар файҙалана ала.

22 һәм 29 ноябрҙә көндөҙгө сәғәт 4-кә тиклем республиканың амбулатор-поликлиника учреждениеларында прививка эшләтергә була.

Үҙҙәре килә алмаған граждандарға өйҙә прививка яһатырға тәҡдим итәләр. Был хеҙмәт менән 60 йәштән өлкән, йөрәк, үпкә, шәкәр диабеты сирҙәренән һәм артыҡ ауырлыҡтан яфаланған пациенттар файҙалана ала.

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, ноябрь уртаһына республикала 1,5 миллиондан ашыу кеше гриптан прививка яһатҡан. Коллектив иммунитет булдырыу халыҡтың 60%, йәғни 2,4 миллиондан ашыу кешегә, шул иҫәптән 600 меңдән ашыу балаға прививка эшләтергә кәрәк.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас