Новости
19 Ноябрь 2025, 05:50

Йәшәү минимумына ҡарап

Социаль пособиелар ошо күрһәткестәр буйынса иҫәпләнә

Башҡортостан хөкүмәте ҡарары менән киләһе йылға йәшәү минимумы билдәләнде.

2026 йылдың 1 ғинуарынан йән башына йәшәү минимумы – 16 856 һум,

эшкә һәләтле халыҡҡа – 18 373 һум,

балаларға – 16 350 һум,

пенсионерҙарға – 14 496 һум.

Был күрһәткестәр социаль пособиеларҙы һәм башҡа ҡайһы бер түләүҙәрҙе иҫәпләү өсөн ҡулланыла. Мәҫәлән, пенсионерҙарҙың тупланма пенсия суммаһын бер юлы алырға мөмкинме-юҡмы икәне шуға бәйле.

Быйыл республикала йән башына йәшәү минимумы 15 782 һум тәшкил итә, эшкә һәләтлеләргә – 17 202 һум, балаларға – 15 309 һум, пенсионерҙарға –  13 573 һум.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас