«Уҡытыусы һөнәре – ҡатмарлы һәм абруйлы һөнәрҙәрҙең береһе, — тине Радий Хәбиров. — Тиҙҙән һеҙ мәктәптәргә килеп, үҫеп килгән быуынды тәрбиәләй башларһығыҙ. Шуға күрә бөгөнгө осрашыуҙа беҙ һеҙҙең өсөн мәғариф системаһына файҙалы экскурс яһарға һәм һеҙҙе борсоған темаларҙы тикшерергә теләйбеҙ».
Осрашыуҙа студенттар һәм йәш уҡытыусылар республика етәксеһенең инклюзив уҡытыуға һәм киләсәк мәктәбе образына ҡарашы, педагог һөнәренең абруйын күтәреү, яңы белгестәргә дәүләт ярҙамы саралары менән ҡыҙыҡһынды.
Благовещен педагогы һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән тәрбиәләнеүселәр өсөн «Йылмайыу» балалар баҡсаһының яңы бинаһы төҙөлөшө тураһында һораны. Республика Башлығы һүҙҙәренсә, проект бойомға ашырыу стадияһында, әҙерлек эштәре башланған, финанслау сығанағы бар.
Һуңынан Радий Хәбиров ҡыҙыҡлы әңгәмә өсөн йәштәргә рәхмәт белдерҙе, профессиональ уңыштар теләне һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.