+21 °С
Болотло
Президент Владимир Путин ошо турала законға ҡул ҡуйҙы. Дәүләткә зыян килтереү маҡсаты менән ҡылынған енәйәттәрҙең мөҙҙәте булмай. Диверсия ҡылған үҫмерҙәр 14 йәштән яуапҡа тарттырыла. Балаларҙы емереү сараларына йәлеп итеүселәрҙе 10 йылдан 20 йылға иркенән мәхрүм итеү, 500 меңдән 1 миллион һумға тиклем штраф һалыу йәки ғүмерлеккә төрмәгә ултыртыу ҡарала.
“Емереү акциялары менән шөғөлләнгән ойошмалар булдырыу, унда балаларҙы саҡырыусылар ҡаты яза алырға тейеш. Аталған саралар милли хәүефһеҙлекте көсәйтеү маҡсатында индерелде”, - тип белдерҙе Дәүләт Думаһы рәйесе Вячеслав Володин.