+21 °С
Болотло


Волонтерҙар – ул йөрәк ҡушыуы буйынса мохтаждарға ярҙам иткәндәр. Беҙҙең команда хөрмәтле ауылдашыбыҙ, Ғарифуллина Яңылбикә апайға ярҙам күрһәтте. Яңылбикә апай күп балалы әсәй ҙә, өләсәй ҙә , өлгөлө хужабикә, бөтә мәҙәни сараларҙың йәне һәм МХО зонаһында бурысын үтәгәндә һәләк булған геройҙың ҡәйнәһе. Беҙҙең волонтерҙар унда ҡаҙ өмәһендә ҡатнашты , ә үҙебеҙгә- йылы, ихлас аралашыу һәм сәй өҫтәлендә тәмле ризыҡтар менән бүләк алдыҡ. Бындай ярҙам – беҙҙең волонтерҙар ойошмаһының изгелек һәм терәк билдәһе . Ситтә ҡалмаған һәр кемгә оло рәхмәт! Барығыҙға ла иң яҡты һәм изге теләктәр теләйбеҙ!