Новости
18 Ноябрь 2025, 03:05

Һауа торошо

Хәйерле иртә, Баймаҡ! Уңышлы көн барыбыҙға ла! Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, бөгөн, 18 ноябрҙә, урыны менән епшек ҡар, ямғыр,  айырым райондарҙа боҙло ямғыр, юлдарҙа боҙлауыҡ көтөлә. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ 0,+5 градус.

Һауа торошоҺауа торошо
Һауа торошо

Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, бөгөн, 18 ноябрҙә, урыны менән епшек ҡар, ямғыр,  айырым райондарҙа боҙло ямғыр, юлдарҙа боҙлауыҡ көтөлә. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ 0,+5 градус.

Шаршамбы, 19 ноябрҙә, төндә урыны менән бер аҙ ямғыр яуа, көнсығышта ҡар ҡатыш ямғыр яуа. Ел көньяҡтан, көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Термометр бағанаһы төндә -2,+3°, көндөҙ +2,+7°күрһәтәсәк.

Кесаҙна, 20 ноябрҙә, урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә, ул епшек ҡарға әйләнә, көньяҡта уртаса. Ел көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -3,+2°, көндөҙ -1,+4°.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас