Новости
17 Ноябрь 2025, 11:40

Яугирҙәргә ярҙам

Районыбыҙ халҡы яугирҙәргә ярҙамын әҙерләүҙән туҡтамай. Эльмира Искәндәрова етәкселегендә эшләгән “Баймаҡ” халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге коллективы ла изге эште маҡсатлы алып бара. Улар ошо көндәрҙә сираттағы ярҙамын әҙерләне. Был юлы улар Даян Мурзин исемендәге батальон яугирҙәренә ҡышҡы маскировкалау костюмдарын оҙатты.

Яугирҙәргә ярҙамЯугирҙәргә ярҙам
Яугирҙәргә ярҙам

Шулай үҙәктең районда эшләгән социаль хеҙмәткәрҙәре лә гуманитар ярҙам әҙерләне. “Махсус хәрби операция башланғандан алып ир-егеттәребеҙ өсөн төрлө акциялар иғлан итәбеҙ. Улар барышында коллектив менән ярҙам әҙерләйбеҙ. Әлбиттә, яугирҙәрҙең ихтыяжынан сығып эш итергә тырышабыҙ. Беҙҙең ярҙам яугирҙәребеҙгә көс бирһен, барыһы ла имен-һау, Еңеү менән тиҙерәк әйләнеп ҡайтһын”,-тине үҙәк етәксеһе Эльмира Рафаэль ҡыҙы.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас