+21 °С
Болотло
Башҡортостанда бер аҙнала респиратор инфекциялар менән ауырыу кимәле артҡан. Роспотребнадзор мониторингы мәғлүмәттәре буйынса, ковид һәм риновирустар менән бер рәттән, грипп вирусы барлыҡҡа килгән. Күҙәтеү ведомствоһында билдәләүҙәренсә, респиратор ауырыуҙарҙың таралыуы миҙгелдең ошо осоро өсөн ғәҙәти булып тора. Ноябрь аҙағына грипп менән сирләүселәр һаны артасаҡ, тип көтөлә.