+21 °С
Болотло
Баймаҡта йәшәүсе быйыл август айында Toyota Land Cruiser руле артында тотолған. Уны дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре туҡтата, улар уның иҫерек булыу билдәләрен асыҡлай, быны тикшереү ҙә раҫлай. Быға тиклем водитель ошондай осраҡтар өсөн енәйәт һәм административ яуаплылыҡҡа тарттырылған булған. Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен таный. Суд уға 1 йыл мәжбүри эш төрөндәге яза тәғәйенләй, дәүләт килеменә эш хаҡының 10 процентын тотоп, транспорт саралары менән идара итеү менән бәйле эшмәкәрлек менән шөғөлләнеү хоҡуғынан 3 йыл да 4 айға мәхрүм итте. Ҡиммәтле сит ил машинаһы тартып алынған.