Новости
16 Ноябрь 2025, 08:45

Һәр саҡ алдынғы һыҙыҡта

Изге эштән Төркмән урта мәктәбе коллективы ла ситтә ҡалмай. Ошо көндәрҙә улар МХО яугирҙәре өсөн бишбармаҡ әҙерләне. Был эштә мәктәп уҡытыусылары, йыйыштырыусылар, ашнаҡсылар, Әхмәр, Басай, Иҫәнбәт мәктәбе филиалдары коллективы бик әүҙем ҡатнашты. Афарин!

Һәр саҡ алдынғы һыҙыҡтаҺәр саҡ алдынғы һыҙыҡта
Һәр саҡ алдынғы һыҙыҡта

Республикабыҙҙа махсус хәрби операция яугирҙәренә ярҙам итеү буйынса ҙур эштәр алып барыла. Был изге эштән Төркмән урта мәктәбе коллективы ла ситтә ҡалмай.Ошо көндәрҙә улар МХО яугирҙары өсөн бишбармаҡ әҙерләне. Был эштә мәктәп уҡытыусылары, йыйыштырыусылар, ашнаҡсылар, Әхмәр, Басай, Иҫәнбәт мәктәбе филиалдары коллективы бик әүҙем ҡатнашты. Махсус хәрби операциялағыларға ярҙам эштәрендә ҡатнашҡан һәр кемгә, ошо изге эште ойошторған Зәһүрә Сәғәҙәт ҡыҙына ҙур рәхмәт! Шулай берҙәм көс менән еңеүҙе яҡынайтыуға өлөш индереп, яҡташтарыбыҙҙың, ауылдаштарыбыҙҙың тиҙерәк имен-аман әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ, көтәбеҙ!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас