

Темәс ауылының күп функциялы ауыл клубында ҙур осрашыу үтте. Унда ҡыҫҡа ваҡытлы ялға "Шаман" һәм яраланып демобилизацияланған яҡташыбыҙ А. Йосопов ҡатнашты. Шулай уҡ заманса технологиялар ҡулланып, яңы талаптар буйынса маскировка селтәрҙәрен үреү буйынса бик мөһим оҫталыҡ дәресе үткәрелде. Был ҡиммәтле тәжрибә менән Баймаҡ ҡалаһының «Һаҡлаусы Фәрештә» штабы оҫталары, "Пчелки" ветерандар ойошмаһы уртаҡлашты. Был төркөм иҫәбендә фронт ихтыяждары өсөн 110-дан ашыу үрелгән селтәр бар. Осрашыу бик фәһемле булды. Унда районыбыҙ ирекмәндәре, урындағы актив, Темәс дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусылары һәм уҡыусылары ҡатнашты. Сараны Темәс ауылының тарихи-мәҙәни үҙәге (М.Ю. Әүәлбаев), модуль китапхана мөдире Минзәлә Рәсүлевна һәм күп функциялы ауыл клубы менән берлектә Темәс урындағы штабы ойошторҙо. Осрашыу бик файҙалы булды.