+24 °С
Ямғыр


13 ноябрҙә Өфөлә «Ҡатын — ҡыҙ-йыл директоры» Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы үтте. Уны «Минең бизнесым» үҙәге ярҙамында БР эшҡыуарлыҡ Һәм туризм министрлығы менән берлектә БР ҡатын-ҡыҙ-эшҡыуарҙар Ассоциацияһы үткәрә. Конкурс эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегендә ҡатын-ҡыҙҙың ролен күрһәтеү маҡсатында үткәрелә.Районыбыҙҙан "Байрамғолова" шәхси предприятиеһынан Гөлнара Зәйнулла ҡыҙы «Йыл меценаты» номинацияһында һәм "Һаҡлаусы Фәрештә" ирекмәндәр штабы директоры Хафизова Гөлназ Булат ҡыҙы "Ирекмәндәр эшмәкәрлеге" номинацияһында еңеүсе булды. Еңеүселәребеҙҙе ҡотлайбыҙ! Афарин!