+21 °С
Болотло


Бөгөн Байыш ауылында шиғриәт донъяһына арналған иҫ китмәле сара үтте. Ауыл биләмәһе башлығы Илнур Ишмөхәмәтовтың инициативаһы менән ошо төбәктә шиғыр яҙыусылар араһында ижади конкурс иғлан ителгәйне. Изге башланғысты Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы һәм район китапханаһы күтәрмәләп алды. Һөҙөмтәлә конкурста 25 төрлө йәштәге кеше ҡатнашып, бөгөн уларҙы бүләкләү тантанаһы үтте. Шулай уҡ яҡташ шағирәләребеҙ Миңзәлә Хәлилова һәм Айгөл Иҙелбаева менән осрашыу онотолмаҫ минуттар бүләк итте.
Кисәне оҫта итеп ойоштороп алып барыусы Нәйлә Сөләймәнова һәм Асия Үлйәбаеваға айырым рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ.
Кисәнән репортажды “Һаҡмар” гәзитендә уҡый аласаҡһығыҙ.