Новости
13 Ноябрь 2025, 07:15

Конкурста еңеү яулап

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығының конференц-холында Еңеүҙең 80 йыллығына һәм күп йылдар «Стерлитамакский рабочий» гәзите редакцияһын уңышлы етәкләгән Бөйөк Ватан һуғышы яугире Һаҙый Мөхәмәҙи улы Арыҫлановтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған республика журналистар конкурсына йомғаҡ яһалды Конкурсты ойоштороусылар – БР Журналистар Союзы, Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте, «Стерлитамакский рабочий» гәзите редакцияһы, Һ.М. Арыҫлановтың ғаиләһе. Билдәле шәхестең ҡыҙы Әлфирә Һаҙый ҡыҙы Арыҫланова – "ЮНЕСКО" халыҡ-ара театр институтының Рәсәй дәүләт милли үҙәгенең генераль секретары-конкурстың приз фондын әҙерләгән ине. Шуны билдәләп үтергә кәрәк, конкурс республика сиктәренән сыҡты, сөнки Силәбе, Мәскәү һәм сит илдәр (Чехия) авторҙарының талантлы эштәре тәҡдим ителде. Ошо мәртәбәле конкурста Баймаҡ мәғлүмәт үҙәге директоры, “Һаҡмар” гәзитенең баш мөхәррире Гүзәл Салихова беренсе урынды яуланы. Ул конкурсҡа Бөйөк Ватан һуғышына арналған мәҡәләләр шәлкемен ебәргән ине. Бар күңелдән ҡотлайбыҙ! Артабан да ижади уңыштар теләйбеҙ!

Конкурста еңеү яулапКонкурста еңеү яулап
Конкурста еңеү яулап

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығының конференц-холында Еңеүҙең 80 йыллығына һәм күп йылдар «Стерлитамакский рабочий» гәзите редакцияһын уңышлы етәкләгән Бөйөк Ватан һуғышы яугире Һаҙый Мөхәмәҙи улы Арыҫлановтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған республика журналистар конкурсына йомғаҡ яһалды Конкурсты ойоштороусылар – БР Журналистар Союзы, Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте, «Стерлитамакский рабочий» гәзите редакцияһы, Һ.М. Арыҫлановтың ғаиләһе. Билдәле шәхестең ҡыҙы Әлфирә Һаҙый ҡыҙы Арыҫланова – "ЮНЕСКО" халыҡ-ара театр институтының Рәсәй дәүләт милли үҙәгенең генераль секретары-конкурстың приз фондын әҙерләгән ине. Шуны билдәләп үтергә кәрәк, конкурс республика сиктәренән сыҡты, сөнки Силәбе, Мәскәү һәм сит илдәр (Чехия) авторҙарының талантлы эштәре тәҡдим ителде.

Ошо мәртәбәле конкурста Баймаҡ мәғлүмәт үҙәге директоры, “Һаҡмар” гәзитенең баш мөхәррире Гүзәл Салихова беренсе урынды яуланы. Ул конкурсҡа Бөйөк Ватан һуғышына арналған мәҡәләләр шәлкемен ебәргән ине. Бар күңелдән ҡотлайбыҙ! Артабан да ҙур-ҙур ижади уңыштар теләйбеҙ!

Автор:
Читайте нас