+21 °С
Болотло


Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн республикала яуым-төшөмһөҙ буласаҡ, көндөҙ көнбайышта бер аҙ епшек ҡар һәм ямғыр яуыуы көтөлә. Ҡайһы бер райондарҙа томан, юлдарҙа боҙлауыҡ. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көньяҡтан талғын. Һауа температураһы көндөҙ 0, +5 градус.
Йома, 14 ноябрҙә, йәнә яуым-төшөмһөҙ. Башҡортостандың төньяҡ райондарында бер аҙ ямғыр яуыуы фаразлана. Һауа температураһы төндә 0, +5 градус, аяҙытҡанда -5, көндөҙ +4, +9 градус.
Шәмбе, 15 ноябрҙә, һауа торошо һаҡланасаҡ. Элеккесә, яуым-төшөмһөҙ, республиканың төньяҡ райондарында бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Һауа температураһы төндә 0, +5 градус, аяҙытҡанда -5, көндөҙ +4, +9 градус.
Г. САЛИХОВА фотолары.