Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
12 Ноябрь 2025, 03:39

Путин Ҡаҙағстан президенты Токаев менән осрашты.

Кремлдә Владимир Путиндың Ҡаҙағстан президенты Касым-Жомарт Токаев менән осрашыуы үтте. Токаев Мәскәүгә ике көнлөк дәүләт сәфәре менән килде.

Путин Ҡаҙағстан президенты Токаев менән осрашты.Путин Ҡаҙағстан президенты Токаев менән осрашты.
Путин Ҡаҙағстан президенты Токаев менән осрашты.

В. Путин Касым-Жомарт Кемелевичты сәләмләй һәм уның рәсми дәүләт сәфәре өсөн ваҡыт тапҡаны өсөн рәхмәт белдерә. Президент, даими бәйләнеш булыуға ҡарамаҫтан, протокол саралары дәүләт-ара мөнәсәбәттәрҙә мөһим роль уйнай, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. "Бөгөн беҙҙә айырым ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған бөтә мәсьәләләрҙе рәсми рәүештә тикшереү мөмкинлеге буласаҡ, ә иртәгә коллегалар менән ике яҡлы мөнәсәбәттәрҙең бөтә көн тәртибен һәм перспективаларын ҡарап сығырбыҙ", - тип билдәләне Путин.

Ул ағымдағы йылдың уңышлы тамамланыуын һәм яҡын киләсәккә, шулай уҡ урта сроклы перспективаға пландар билдәләнәсәген өҫтәне.

Үҙ сиратында, К.-Ж. Токаев Владимир Владимировичҡа йылы ҡабул итеүе өсөн рәхмәт белдерә. ⁇ Мәскәүҙә, был изге ерҙә, тәүге минутта уҡ мин йылылыҡ һәм ҡунаҡсыллыҡ тойҙом. Протокол аспекттары миңә ныҡ тәьҫир итте", - тине ул.

Токаев ике яҡлы хеҙмәттәшлек стратегик партнерлыҡ һәм союздашлыҡ мөнәсәбәттәре характерында булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. ⁇ Беҙ бергә эшләмәгән бер өлкә лә юҡ. Беҙҙең дәүләттәр араһында етди проблемалар юҡ, ә килеп тыуған мәсьәләләр дәүләт һәм хөкүмәт башлыҡтары тырышлығы менән хәл ителә, - тип йомғаҡланы ул.

Сығанаҡ: http://kremlin.ru/events/president/news/78441 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас