+24 °С
Ямғыр
«Иң мөһиме, бирешмәҫкә!» — тип яуап бирҙе Башҡортостан башлығы. Унан: «Шәп егет республикаға ҡайтһын өсөн үҙемдең урынымды бушатырға әҙермен», - тип шаяртты Радий Хәбиров.
«Беҙҙең уҡыусыларҙың Мәскәү вуздарына уҡырға инеүе ҡыуаныслы күренеш, был — беҙҙең мәғарифтың күрһәткесе. Иң мөһиме, юғалып ҡалмаһындар. Икенсе һорау — бөтәһе лә республиканан ситтә үҙ урынын таба алмай. Беҙҙең йәштәр — беҙҙең ресурс. Улар ҡайтһын өсөн беҙгә тырышырға, улар менән эшләргә кәрәк. Тиҙҙән Мәскәү вуздары студенттары менән осрашасаҡмын», — тип белдерҙе Хәбиров.