

Бөгөн, 11 ноябрҙә, 19.00 сәғәттә Башҡортостан Башлығы традицион "Тура бәйләнеш" үткәрә. Республика халҡы төбәк етәксеһенә ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирергә уникаль мөмкинлеккә эйә. Осрашыу барышында урындағы халыҡ өсөн төбәк тормошоноң төрлө өлкәләренә, һаулыҡ һаҡлауға һәм инфраструктураға, иҡтисадҡа һәм экологияға ҡағылышлы мөһим мәсьәләләр күтәреләсәк. Тура бәйләнеш башланыуға бер нисә сәғәт ҡалғас Радий Хәбиров республика халҡына мөрәжәғәт итте һәм уға килгән һәр мәсьәләне хәл итергә вәғәҙә бирҙе.
"Йыл аҙағында традицион тура бәйләнеш үткәрәм. Республикабыҙ халҡын борсоған мәсьәләләрҙе тикшерәсәкбеҙ. Был аралашыу форматы минең аңлауымса, беҙ дөрөҫ йүнәлештә хәрәкәт итеүебеҙҙе баһалау һәм кәрәк булғанда проблемаларҙы хәл итеү өсөн һөҙөмтәле инструмент булып тора. Тура бәйләнешкә күп мөрәжәғәттәр килеүен беләм. Барыһына ла яуап бирергә өлгөрмәйем, әммә һәр һорауҙы беҙҙең команда мотлаҡ эшләйәсәк. Бөгөн, 11 ноябрҙә, 19:00 сәғәттә осрашабыҙ», — тип яҙҙы Башҡортостан Башлығы үҙенең социаль селтәрендә.