Һаҡмар
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
10 Ноября 2025, 06:50

Яралы яугирҙең батырлығы

Разведчиктар төркөмө, уның составында "Плотник" та хеҙмәт итә, дошмандың тылына хәрби заданиеға юллана. Яугирҙәр дрон-камикадзе һөжүменә дусар була. Яралы разведчик үҙебеҙҙекеләргә етеү өсөн 12 саҡрым ерҙе яралы килеш, шыуышып үтә. Төндәрен йәнлектәрҙең өңдәренә инеп ятып, ямғыр һыуы эсеп барған хәлһеҙ, әммә батыр разведчик барыбер беҙҙең позицияларға килеп етә. Афарин, батыр яугир! 

Яралы яугирҙең батырлығыЯралы яугирҙең батырлығы
Яралы яугирҙең батырлығы

Балаҡатай районынан Плотник позывнойлы яралы разведчик үҙ позицияларына ҡайтыу өсөн 12 саҡрым араны шыуышып үтә. Был хаҡта яугир "Новый Белокатай" гәзите хәбәрселәренә һөйләгән.

Уҙған йылдың июнендә разведчиктар төркөмө, уның составында "Плотник" хеҙмәт итә, дошмандың тылына хәрби заданиеға юллана. Яугирҙәр дрон-камикадзе һөжүменә дусар була. Плотник яралана. Ул үҙенә беренсе медицина ярҙамы күрһәтә, әммә ашау-эсеүһеҙ ҡала. Ике аҙна буйына шыуышып, үҙенекеләргә барып етә. Төндәрен ул төлкө өңдәрендә төшөп ята. Ҡырағай алмалар менән туҡлана һәм ямғыр һыуын эсә. Яугир Рәсәй ғәскәрҙәре урынлашҡан урынға барып етә. Уны ЛНР госпиталдәренең береһенә эвакуациялайҙар, ә Һуңынан Ростовҡа ебәрәләр. Башҡортостанда яугирҙе дауалау дауам итте. Мәсәғүт район дауаханаһында ята ул. Уға тағы ла бер аяғына операция яһайҙар. Хирургтар ярсыҡтарҙы сығарған.

Фронтта яугир биш тапҡыр яралана, әммә, һауығып ҡайтҡас, ул яңынан сафҡа инә. Хәрби бурыстарҙы үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн  II дәрәжә Хәрби батырлыҡ өсөн, "Батырлыҡ өсөн" һәм "Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы" миҙалдары менән бүләкләнгән. Яугир 2024 йылдың ғинуарында оборона министрлығы менән контракт төҙөй. Фронтта "Плотник" Покров йүнәлешендә сапер булып эшләй, ә һуңынан уны штурмлау полкының разведротаһына өлкән разведчик вазифаһына күсерәләр.

Афарин, яугир!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас