+21 °С
Болотло


Икенсе Этҡол ауыл клубында милли этник биҙәүес эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрелде.
Бындай рухлы сараны Башҡортостан Республикаһының Милли әҙәбиәт музейы хеҙмәткәрҙәре ойошторҙо. Оҫталыҡ дәресендә оло ихласлыҡ менән Икенсе Этҡол урта мәктәбе уҡытыусылары, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, мәктәп уҡыусылары ҡатнашты. Төрлө сараларҙың йәме булған еңгәйҙәр, килендәр һәм апайҙарҙың килеүе лә оҫталыҡ дәресен бик йәмләне.
Музей хеҙмәткәрҙәре ауыл клубының мәҙәни етәксеһе Динар Мәжитовҡа, ауыл китапханаһын етәкләгән Фәниә Мәжитоваға, художество етәксеһе Айгөл Иҫәнғужинаға ҙур рәхмәттәрен еткерҙе.
Афарин этҡолдар, матур сара үткәрәһегеҙ!