Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
9 Ноябрь 2025, 12:16

Ирек Исмәғилов - рәссам булған

Өфөлә реконструкциялау өсөн алынған Салауат Юлаевтың һәйкәленең постаменты аҫтынан шешә эсендә яҙыу табылыуы күптәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Был хат һәм фотолар социаль селтәрҙәге чаттарҙа, төркөмдәрҙә таралыу менән бына нимәләр билдәле булды.Егеттәрҙең береһе – Ирмәк Исмәғилев Баймаҡ ҡалаһынан. Ул рәссам булған.


Өфөлә реконструкциялау өсөн алынған Салауат Юлаевтың һәйкәленең постаменты аҫтынан шешә эсендә яҙыу табылыуы күптәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Был хат һәм фотолар социаль селтәрҙәге чаттарҙа, төркөмдәрҙә таралыу менән бына нимәләр билдәле булды.

Егеттәрҙең береһе – Ирмәк Исмәғилев Баймаҡ ҡалаһынан. Ул рәссам булған. Заманында хатта Салауат Юлаевҡа арнап картина ла яҙған. Бөгөнгө көндә уның ҡыҙы Сәлимә – Өфөлә, улы Буранбай Баймаҡ ҡалаһында йәшәй. Шулай уҡ бер туған һеңлеһе Гөлшат апай - Өфөлә, бер туған ҡустыһы Ғайса Баймаҡ ҡалаһында төпләнгән.

Егеттәрҙең икенсеһе – Азамат Вәлиев Баймаҡ районының Семеновск ауылында йәшәгән. Атаһы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны булған. Уның да туғандары бөгөн Өфө ҡалаһында йәшәй.

Егеттәрҙең өсөнсөһө – Әхәт Йәнбәковтың туғандары әлегә бәйләнешкә сыҡманы.

Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите

Ирек Исмәғилов - рәссам булған
Ирек Исмәғилов - рәссам булған
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас