Новости
5 Ноябрь 2025, 09:40

Баймаҡ уҡсыһы еңеү яуланы

Рәсәйҙең йыйылма командаһы Көньяҡ Кореяла уҙған милли йәйәнән уҡ атыу буйынса Донъя кубыгында ҡатнашты.

Көньяҡ Корея.
Ulsan Traditional Archery World Cup!
32 ил.
82 команда.
535 уҡсы.

 

Рәсәйҙең йыйылма командаһы Көньяҡ Кореяла уҙған милли йәйәнән уҡ атыу буйынса Донъя кубыгында ҡатнашты. Ярыш Ульсан тигән ҡалаһында уҙҙы. Унда Баймаҡ районы уҡсыһы Ғәфүр Рахманғоловҡа ла ҡатнашыу бәхете тейҙе. Рәсәй йыйылма командаһы составында шулай уҡ Очиров Санал (Ҡалмығстан республикаһы), Мирзаев Магомедариф (Дағстан республикаһы), Мункуев Шенберг (Байкал аръяғы крайы), Цыбекжапов Олег (Бүрәт республикаһы) булды. Команданың етәксеһе - Джанбулат Махтебеков.
Ярышты ойоштороусылар донъя кимәлендә киң таралыу алған дисциплиналар ҡуйғандар.
145 метр – Корея атышы (Конгдо);
90 метр – Тарса;
70 метр – Төрөк путаһы;
30 метр – Жамбы.

Рахманғолов Ғәфүрҙең һөҙөмтәләре менән бик тә һөйөнөрлөк булды. Рәсәйҙең йыйылма командаһы составында 32 илдән 82 команда араһынан ул бронза миҙалы яуланы. 70 метрҙан "Төрөк путаһы" сәбе буйынса -- 9-сы урында. 145 метрҙан "Конгдо" сәбе буйынса - 21 урынға сыҡты
Дөйөм рейтинг буйынса 535 уҡсы араһында Ғәфүр Рахманғолов ун беренсе урынды яуланы. Ҙур ҡаҙанышы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Афарин!!!
Артабан да уңышлы сығыш яһарға насип итһен.
Ятып ҡалғансы-атып ҡал!

Баймаҡ уҡсыһы еңеү яуланы
Баймаҡ уҡсыһы еңеү яуланы
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас