4 ноябрь – ҙур дәүләт байрамы, ул тарихыбыҙҙың 1612 йылғы ваҡиғаларына барып тоташа һәм Ватаныбыҙ азатлығы, бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәшкән ата-бабаларыбыҙҙың бөйөк ҡаһарманлығын данлай. Был көндә яҡындарыбыҙға һәм дуҫтарыбыҙға,
беҙҙе уратып алған кешеләргә изгелек, шатлыҡ өләшәйек, улар тураһында хәстәрлек күрәйек...
Өләсәһенә ҡунаҡҡа килгән балалар менән уйындар уйнаныҡ.
Шатлыҡ-ҡыуаныстарға тулы бала саҡтан да гүзәл мәл юҡ. Ер йөҙөндәге һәр бер бала бәхетле булһын! Балалар башҡорт халыҡ уйындары « бесәй менән сысҡан"," Өйрәк атыш",волейбол ,арҡан тартышыу,футбол һәм башҡа уйындарҙы ихласлап, яратып уйнанылар.Татлы приздар алып ҡыуандылар.Ҡәҙерле балалар! Һәр көнөгөҙ шатлыҡҡа тулы булһын! Сәләмәтлек, аяҙ күк йөҙө теләйбеҙ!
Зәкиә Ғәйетбаева, китапханасы.