+21 °С
Болотло
“Башҡортостан Республикаһының ҡулланыусылар баҙары” республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Беҙҙең райондан дүрт сауҙа нөктәһе дүрт номинацияла ҡатнашҡан. Һөҙөмтәлә шәхси эшҡыуар Руслан Сәғәҙиевтың “Шеф-кофе” кафеһы “Иң яҡшы станционар булмаған сауҙа нөктәһе” номинацияһында еңеү яулаған.
Шуныһы ҡыуандыра, йәш эшҡыуарҙар ҡалабыҙҙы үҫтереүгә тос өлөш индерә. Шуның менән халыҡҡа уңайлыҡтар тыуҙыралар. Руслан Викторовичты еңеүе менән ҡотлап, тағы ла юғарыраҡ уңыштар теләйбеҙ.