Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
27 Октябрь 2025, 11:40

Республика Башлығы халыҡ менән "Тура бәйләнешкә" сыға

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә тура бәйләнеш тураһында әйтте. Журналистар һәм республика халҡы тура эфирҙа һәм социаль селтәрҙәрҙә төбәк етәксеһенә үҙҙәрен борсоған һорауҙарын бирә ала. Тура бәйләнеш 11 ноябрҙә киске сәғәт 7-лә башлана, 4 сәғәткә яҡын бара, тине Башҡортостан Башлығы.

Республика Башлығы халыҡ менән "Тура бәйләнешкә" сығаРеспублика Башлығы халыҡ менән "Тура бәйләнешкә" сыға
Республика Башлығы халыҡ менән "Тура бәйләнешкә" сыға

2024 йылда Башинформ Радий Хәбировтың тура бәйләнеш ваҡытында 65 ҡатмарлы һорауға 65 ғәҙел яуап биреүе хаҡында яҙғайны. Тура эфирҙы БСТ телеканалы, «Рәсәй 24», «Башҡортостан 24», «Вся Уфа», «Сәләм», UTV һәм «Юлдаш» радиостанциялары, шулай уҡ «Бәйләнештә» һәм «Класташтар» социаль селтәрҙәрендә ҡарарға мөмкин ине.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас