+24 °С
Ямғыр


Бөгөн илебеҙҙә йәшәүсе һәр кем Еңеүгә үҙ өлөшөн индерергә тырыша. Хеҙмәт коллективтары, уҡыусылар, студенттар, йәмәғәт ойошмалары, ирекмәндәр һәм вайымһыҙ булмаған кешеләр – барыһы ла уртаҡ эш өсөн көстәрен берләштерә. Сираттағы ярҙам партияһын Ҡуянтау ауылынан "Ҡуяшҡай" балалар баҡсаһы коллективы әҙерләгән. Үҙ баҡсаһынан йәшелсәләрҙән әҙерләнгән борщ заправкаһы ялан шарттарында яугирҙәребеҙ өсөн яҡшы ярҙам буласаҡ. Ярҙам иткән һәр кемгә рәхмәт, ә беҙҙең һалдаттарға һуғышсан рух һәм тиҙерәк Еңеү теләйбеҙ.