+21 °С
Болотло


Кумертау ҡалаһында Бөтә Рәсәй бейеү конкурсы үткәрелде. Өмөтбай мәктәбенән 17 йәшкә тиклемге ҡатнашыусылар араһында 5-се класс уҡыусыһы Ғүмәрова Әлиә "Тыпырлаҡ" бейеүе менән 2-се дәрәжә дипломға лайыҡ булды. Әлиәне һәм етәксеһе Мырҙагилдина Зәлифә Ғәйфулла ҡыҙын ҙур еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ. Артабан да уңыштар ғына юлдаш булһын!