Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
25 Октябрь 2025, 13:30

Бәхил бул, күренекле яҡташыбыҙ

Баймаҡ һәм Баймаҡ районының почетлы гражданы, билдәле етәксе  Рим Әшрәф улы Сырлыбаев 88-се йәшендә вафат булды. Хушлашыу иртәгә Баймаҡта, район мәҙәниәт йортонда үтәсәк.

Бәхил бул, күренекле яҡташыбыҙБәхил бул, күренекле яҡташыбыҙ
Бәхил бул, күренекле яҡташыбыҙ

Баймаҡ һәм Баймаҡ районының почетлы гражданы Рим Сырлыбаев вафат булды. 88-се йәшендә Рим Әшрәф улы Сырлыбаев вафат булды. Рим Әшрәф улы Сырлыбаев 1938 йылдың 6 июнендә Баймаҡ районының Торф  ҡасабаһында тыуған. Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлаған (1962). Уҡытыусы, мәктәп директоры, пропаганда бүлеге мөдире, район советы рәйесе урынбаҫары һәм рәйесе, кпсс район комитетының беренсе секретары, БАССР Юғары Советы комиссияһы рәйесе, предприятие директоры, район хакимиәте башлығы урынбаҫары һәм бүлек мөдире, белгес булып эшләй. БАССР һәм БР юғары Советы депутаты була. Күп һанлы Почет грамоталары менән бүләкләнгән.

Хушлашыу иртәгә Баймаҡта, район мәҙәниәт йортонда үтәсәк.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас