+24 °С
Ямғыр


Милиция капитаны, Чечен һуғышы ветераны Рим Әхмәт улы Ишйәровты иҫкә алып Әбделкәрим ауыл мәҙәниәт йорто алдында тантаналы митинг үтте. Сараға Рим мәрхүмдең әсәһе Әминә апай килде. Һәр йылдағыса Әхмәт ағай менән Әминә апай быйылда улдарының иҫтәлегенә,, Алтын көҙ" марафоны үткәреүгә спонсорлыҡ ярҙамы күрһәттеләр. Йүгереүселәр ярышты Ҡыуат ауылы туҡталышынан башлап Әбделкәрим ауылы урта мәктәбе алдына тиклем килделәр. Бөтә ҡатнашыусыларҙа иҫтәлек бүләктәре алып ҡыуанып ҡайттылар