Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
24 Октябрь 2025, 04:50

Хәмит ауылында карантин

Бында ҡотороу ауырыуы күҙәтелә. Молодежная һәм Гагарин урамдарында ике шәхси ярҙамсы хужалыҡ сиктәрендә урынлашҡан территория эпизоотик усаҡ тип иҫәпләнә. Документҡа ярашлы, бында хайуандарҙы дауалау, дәүләт хеҙмәте белгестәренән башҡа сит кешеләрҙең килеүе тыйыла. 

Республика Башлығының тейешле указы рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған. Молодежная һәм Гагарин урамдарында ике шәхси ярҙамсы хужалыҡ сиктәрендә урынлашҡан территория эпизоотик усаҡ тип иҫәпләнә. Документҡа ярашлы, бында хайуандарҙы дауалау, дәүләт хеҙмәте белгестәренән башҡа сит кешеләрҙең килеүе тыйыла. Карантин индереү шулай уҡ вакцинацияланғандарҙан тыш хайуандарҙы индереүҙе, күргәҙмәләр, йәрминкәләр һәм хайуандар ҡатнашлығындағы башҡа саралар үткәреүҙе тыйған. Карантин сараларын үткәреү сиктәрендә малға ҡотороу ауырыуына ҡаршы вакцинация үткәрелергә, сәләмәт хайуандарҙы айырым тотоуға күсерергә тейеш.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас