Новости
23 Октябрь 2025, 09:25

Ҡыш килә ҡылысын һөйрәп

Башҡортостанда яйлап һыуыта. Кисә республикала һауа температураһы көндөҙ +10°, бөгөн +6, +11°. 

Башҡортостанда яйлап һыуыта. Кисә республикала һауа температураһы көндөҙ +10°, бөгөн иһә +6, +11°.

Әммә һауа торошо ярайһы уҡ уңайлы булып ҡала. Башгидрометүҙәк хәбәр итеүенсә, яуым-төшөм көтөлмәй, ел көньяҡ-көнсығыштан.

Иртәгә, 23 октябрҙә, республикала бер аҙ ямғыр, таулы райондарҙа ҡар ҡатыш ямғыр яуа.

Ел, бөгөнгө кеүек үк, көньяҡ-көнсығыштан иҫә. Термометр бағанаһы төндә -1, +4°, көндөҙ +4, +9° тиклем төшә.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас