Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
21 Октябрь 2025, 10:00

Яңы төҙөлгән йорттар буйынса - алда

Башҡортостанда ағымдағы йылдың ғинуар-сентябрендә төҙөлә башлаған 357 мең квадрат метр торлаҡ һатылған. Был 2024 йылдың 9 айына ҡарағанда 27% аҙыраҡ. Һатыуҙың аҡсалата күләме 51 миллиард һум тәшкил иткән (-20%). Республика һатыу күләме буйынса тәүге унау иҫәбендә (10-сы урын). Төҙөлөп ятҡан 1 бүлмәле фатирҙың квадрат метры – уртаса 159 мең һум, 2 бүлмәле фатирҙың – 149 мең һум, 3 бүлмәле фатирҙың – 130 мең һум, 4 бүлмәле фатирҙың - 141 мең һум.

Башҡортостанда ағымдағы йылдың ғинуар-сентябрендә төҙөлә башлаған 357 мең квадрат метр торлаҡ һатылған, тип хәбәр итә Дом.рф. Был 2024 йылдың 9 айына ҡарағанда 27% аҙыраҡ. Һатыуҙың аҡсалата күләме 51 миллиард һум тәшкил иткән (-20%). Республика һатыу күләме буйынса тәүге унау иҫәбендә (10-сы урын).

Төҙөлөп ятҡан 1 бүлмәле фатирҙың квадрат метры – уртаса 159 мең һум, 2 бүлмәле фатирҙың – 149 мең һум, 3 бүлмәле фатирҙың – 130 мең һум, 4 бүлмәле фатирҙың иһә 141 мең һум.

Шәхси торлаҡ төҙөлөшө күләме буйынса Башҡортостан тәүге унау араһында 6-сы урында тора. Туғыҙ айҙа республикала 1,411 мең квадрат метр шәхси торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған. 2024 йылдың ғинуар-сентябрь айҙарында 23% кәмегән. Дөйөм алғанда, Башҡортостандың шәхси торлаө төҙөлөшөнә индергән өлөшө — 2,7%. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас