

Баймаҡ районынан «Йәншишмә» берекмәһе, 30 коллективты һәм 140-тан ашыу ҡатнашыусыны уҙып, I дәрәжә лауреаты булды!
Баймаҡ районынан килгән коллективты жюри айырым билдәләне. "Тап ошо ҡаланан һәр ваҡыт көслө һәм әҙерлекле ҡатнашыусылар килә",-тине улар.
Ысынлап та, беҙҙең коллектив быға сағыу дәлил булып торҙо. Беҙ бейеп кенә ҡалманыҡ — хәрәкәттәр аша хикәйәләр һөйләнек, һәр нотаны йәшәнек, һәр тән күҙәнәге менән музыканы тойҙоҡ. Коллектив ҙур халыҡ-ара конкурстарҙа Баймаҡ районы исеменән ғорурлыҡ менән сығыш яһай. Баймаҡ районында һәләтле, эшһөйәр һәм илһамлы балаларҙың йәшәүен, сәнғәттең юғары үрҙәрен яуларға һәм үҙҙәренең бәләкәй ватанының мәҙәни тарихының бер өлөшө булырға әҙер булыуын иҫбатлап, ҙур сәхнәләрҙә тыуған ҡалабыҙ исемен йөрөтөү беҙҙең өсөн ҙур хөрмәт. Хәҙер беҙҙе киләһе этап көтә: финал, яңы конкурс, гастролдәр һәм башҡалар..
Нурсиә Халиҡова.