"Уҡыу календарына ярашлы, 1-11 класс уҡыусылары өсөн көҙгө каникулдар 2025 йылдың 25 октябренән 2 ноябренә тиклем үтәсәк. Быйылғы йылдың үҙенсәлеге шунда: каникулдан һуң беҙҙе дәүләт байрамы — Халыҡтар берҙәмлеге көнө, 4 ноябрь, ял көнө көтә. Шулай итеп, уҡыусылар 25 октябрҙән 4 ноябргә тиклем туғыҙ көн рәттән ял итә аласаҡ. Шаршамбы, 5 ноябрҙә, балалар ял итеп, мәктәпкә киләсәк», — тип яҙҙы Илдар Мәүлетбирҙин үҙенең социаль селтәрендә. Министр шулай уҡ ата-әсәләргә каникул осоронда балаларҙың именлеге хаҡында хәстәрлек күреүҙе һорап мөрәжәғәт итте. Ә уҡыусыларға был көндәрҙе файҙалы үткәрергә теләнем: саф һауала күберәк йөрөргә, ҡыҙыҡлы китаптар уҡырға, ғаиләһе менән ваҡыт үткәрергә һәм мәҙәни сараларға йөрөргә.