+21 °С
Болотло


Земфира Зәки ҡыҙы Салиховаға тәрән ихтирам менән рәхмәт белдерәбеҙ, Ул 83 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн 15 пар йылы ойоҡбаш һәм бирсәткә бәйләне.
Земфира Зәки ҡыҙы-махсус операция барышында батырҙарса һәләк булған Аҡморон ауылынан Аҫылов Фәнилдең әсәһе. Әҙер изделиелар хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларға һәм ветерандарға ярҙам итеү үҙәгенә тапшырыла. Земфира Зәкиевнаға ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ һәм уның һалдаттарыбыҙға баһалап бөткөһөҙ ярҙамы өсөн ихлас рәхмәт белдерәбеҙ!