+21 °С
Болотло


Төндә Баймаҡ районының Магнитогорск-Ира трассаһында ике машина бәрелешкәндән һуң өс кеше һәләк булған.
Exeed внедорожнигы водителе атҡа бәрелә, унан машина менән идара итеүҙе юғалта һәм ҡаршы һыҙатҡа сыға. Унда ул Daewoo Matiz-ҡа бәрелә. Еңел машиналағы өс кеше — 53 йәшлек водитель һәм 74 һәм 53 йәшлек ике пассажир — урында уҡ һәләк була. Водителгә 42 йәш. Авария сәбәптәре асыҡлана.