Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
18 Октябрь 2025, 15:30

Түбәнге Яйыҡбай уңғандары

Ауылдың ағинәйҙәре бергә йыйылып, мәсеттең тәҙрәләрен, иҙәндәрен таҙартып, йыуып сыҡты, келәмдәрен урамға сығарып ҡағып алды

Түбәнге Яйыҡбай уңғандарыТүбәнге Яйыҡбай уңғандары
Түбәнге Яйыҡбай уңғандары

Түбәнге Яйыҡбай ауылындағы боронғо мәсет халыҡтың осрашыу, аралашыу һәм изге эштәр башҡарған төп урындарының береһе булып тора. Ауыл халҡы, айырыуса, ағинәйҙәр изге йортто гелән ҡарап, тәрбиәләп тора.

Ошо көндәрҙә генә улар бергә йыйылып, мәсеттең тәҙрәләрен, иҙәндәрен таҙартып, йыуып сыҡты, келәмдәрен урамға сығарып ҡағып алды

Был эштәрҙән һуң иман йорто күркәмләнеп, нурланып ҡалды. Рәхмәт тибеҙ ауылыбыҙҙың ағинәйҙәренә. Йорт-илебеҙ аяҙ, тыныс булһын! Берҙәм булайыҡ!!Бергә булайыҡ!!!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас