+24 °С
Ямғыр
Әбйәлил районы Ҡыҙрас ауылы биләмәһендә 14 октябрҙән хайуандарҙың ҡотороу ауырыуы буйынса карантин иғлан ителде. Республика Башлығының тейешле указы рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған. Эпизоотик усаҡта дәүләт хеҙмәте белгестәренән һәм ошо территорияла йәшәгән йәки ваҡытлыса булған кешеләрҙән башҡа сит кешеләрҙең килеүе тыйыла. Шулай уҡ хайуандарҙы индереү һәм сығарыу тыйыла, хайуандарҙың мәйеттәренән тиреләрҙе алыу тыйыла. Сикләүҙәргә эләккән ҡалған территорияла йәрминкәләр, күргәҙмәләр һәм хайуандарҙы туплау һәм күсереү менән бәйле башҡа саралар үткәреү тыйыла.