

Дөйәләр беҙҙең эраға тиклем 2000 йылда ҡулға эйәләштерелә. Улар таралған урындарында иң ҡеүәтле йөк ташыусы һәм еген малы була. Көс сифатында 4-25 йәшлек дөйәләр файҙаланыла, улар ауырлыҡтың 50 процентын күтәрә ала. 4 йәштән 25 йәшкә тиклемге дөйәләр егеү өсөн ҡулланыла, ауырлығының 50 процентына тиклем йөк күтәрә ала. Дөйә көнөнә 30-40 км юл үтә ала[8]. Һыбайлы менән дөйә тәүлегенә 100 км тиклем йөрөй ала, уртаса тиҙлеге сәғәтенә 10-12 км.[9]. Дөйәләр боронғо һәм урта быуаттарҙан алып ғәскәрҙәрҙә йөк һәм һыбайлыларҙы ташыу өсөн ҡулланыла, дөйәләр хәрби кавалерия составында һәм айырым, йыш ҡына дошманды ҡурҡытыу маҡсатында ҡулланыла. Рәсәйҙә бер үркәсле дөйә тоҡомо — арван — һәм ике үркәсле өс тоҡом: ҡалмыҡ, ҡаҙаҡ һәм монгол тоҡомо үрсетелгән. Ҡалмыҡ тоҡомо иң ҡиммәтлеһе. Дөйә итен ашайҙар, һөтөнән шубат, май һәм сыр эшләнә.