Новости
17 Октябрь 2025, 10:05

Тынмаһын ҡурай моңо

Баймаҡ район мәҙәниәт йорто сәхнәһендә “Ирәндек” халыҡ бейеүҙәре ансамбле ҡыҙҙарының ҡурайға бағышлаған бейеүе шундай нәфис һүҙҙәр менән оҙатылды. Был көндө райондың Буранбай сәсән исемендәге ҡурайсылар ансамбле ойошторолоуға 65 йыл тулыу айҡанлы “Тынмаһын ҡурай моңо” тип аталған байрам тантанаһы уҙҙы. Матур сараға Сибай ҡалаһынан, күрше райондарҙан да ҡурайсылар йыйылды. Тантананы ҡурайсылар халҡыбыҙҙың үлемһеҙ башҡорт көйө “Урал” көйө менән асты. Тамашасылар уны аяҡ өҫтө баҫып тыңланы.

- Ҡурай!

- Әү!

- Ҡайҙа үҫтең?

- Урманда?

- Кем ҡырҡты?

- Ҡурайсы.

- Ни эшләргә?

- Уйнарға...

Баймаҡ район мәҙәниәт йорто сәхнәһендә “Ирәндек” халыҡ бейеүҙәре ансамбле ҡыҙҙарының ҡурайға бағышлаған бейеүе шундай нәфис һүҙҙәр менән оҙатылды. Был көндө райондың Буранбай сәсән исемендәге ҡурайсылар ансамбле ойошторолоуға 65 йыл тулыу айҡанлы “Тынмаһын ҡурай моңо” тип аталған байрам тантанаһы уҙҙы. Матур сараға Сибай ҡалаһынан, күрше райондарҙан да ҡурайсылар йыйылды. Тантананы ҡурайсылар халҡыбыҙҙың үлемһеҙ башҡорт көйө “Урал” көйө менән асты. Тамашасылар уны аяҡ өҫтө баҫып тыңланы.

Байрам сәхнәһенә Баймаҡта ҡурайсылар ансамбленең 1982-1999 йылдарҙа етәксеһе булған яҡташыбыҙ, оҫта ҡурайсы, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рауил Хәсәнов ул йылдарҙағы ҡаҙаныштары менән таныштырып, бай тарихҡа күҙәтеү яһаны.

Артабан сәхнәгә ҡурайсы, йырсы, бейеүсе, педагог һәм мәҙәниәт өлкәһендәге уңыштары өсөн “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” исеменә лайыҡ булған Фәттәх Аралбаев күтәрелеп, ҡурайсылар ансамбленең ҡаҙаныштары тураһында мәғлүмәт бирҙе.

2012 йылда Буранбай сәсән исемендәге ҡурайсылар ансамбле етәксеһе итеп Илнур Аслаев тәғәйенләнә. Ул күберәк коллективты йәштәр менән тулыландырыуға, репертуарҙы байытыуға иғтибар бирә. Ансамбль төрлө бәйгеләрҙә, конкурстарҙа ҡатнаша. Шуның менән бихисап уңыштарға өлгәшәләр. Һөҙөмтәлә Баймаҡ ҡурайсылары баш ҡалабыҙ Өфө сәхнәләрендә лә көтөп алынған ҡунаҡҡа әйләнә. Уларҙы төрлө сараларҙа сығыш яһауға саҡыралар. Һуңғы ун өс йылда Буранбай сәсән ансамбле киң билдәлелек яулай. Үҙҙәренең уңыштары, еңеүҙәре тураһында ансамблдең етәксеһе, ҡурайсы, педагог, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Илнур Аслаев һөйләп үтте. Һуңынан ҡурайсылар ансамбле сәхнәнән “Сыңрау торна”, “Саптар юрға” көйҙәрен яңғыратып, үҙҙәренең оҫталыҡтарын тағы ла бер тапҡыр иҫбатланы.

Ысынлап та, беҙ был көндө ансамбль составында булған оло быуын вәкилдәренең һәм йәштәрҙең ҡурайға булған һөйөүенә, тоғролоғона шаһит булдыҡ. Халҡыбыҙҙың милли ҡурайын ҙур сәхнәләргә сығарып, халҡыбыҙҙың үлемһеҙ көйҙәрен яңғыратҡан ҡурайсылар бары тик маҡтауға лайыҡ.

Буранбай сәсән исемендәге ҡурайсылар ансамбле ҡура       йсыларына төрлө кимәлдәге Маҡтау грамоталары бирелде.

Буранбай сәсән исемендәге ансамблдең олпат юбилейы менән Сибай ҡалаһынан һәм күрше райондарҙан ҡотларға килгән ҡунаҡтар сәхнә түренән һүҙ алды. “Тынмаһын ҡурай моңо” байрамында ҡурайсыларҙың ижадташ дуҫтары ла ҡатнашты. Улар үҙҙәренең йыр-моңдарын, дәртле бейеүҙәрен бүләк итте.

Ысынлап та, 65 йыл хеҙмәт артында ансамблдең тынғыһыҙ көн һәм төндәре, ижади эҙләнеүҙәре, оҙон юлдар һәм тулҡынландырғыс сығыштары ята. Бай тарихы булған Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы Буранбай сәсән исемендәге ҡурайсылар ансамблен һәм уның етәксеһе Илнур Аслаевты оло юбилейҙары менән ҡотлайбыҙ. Халҡыбыҙҙың ижадын тергеҙеү, үҫтереү һәм киләсәк быуынға тапшырыу маҡсатында арымай-талмай хеҙмәт иткән ҡурайсыларға тағы ла бейегерәк үрҙәр, уңыштар теләйбеҙ.

Мәңге йәшәр ҡурай

Ул – үлемһеҙ:

Ул башҡорттоң йәшәй аңында,

Ул башҡорттоң йәшәй булмышында,

Ул башҡорттоң йәшәй ҡанында.

Лилиә ТАКАЕВА.

Фото:

 

Тынмаһын ҡурай моңо
Тынмаһын ҡурай моңо
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас